+11 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Экология
21 Май 2021, 08:43

Башҡортостандың Экология министрлығы һауа шарҙарын ҡулланыуҙан тыйылырға тәҡдим итә

Был сара «Экология» милли проектының «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең комплекслы системаһы» федераль проекты сиктәрендә үтә.

Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында сығарылыш саралары алдынан БР Экология министрлығы һауа шарҙарын, яҡтылыҡ шарҙарын (светодиод һәм батарейкалы шарҙар), һауа («ҡытай») фонариктарын ҡулланыуҙан тыйылырға, биҙәлеш өсөн файҙаланылыусы шарҙарҙың һанын кәметергә тәҡдим итә. Был сара «Экология» милли проектының «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең комплекслы системаһы» федераль проекты сиктәрендә үтә.
Йыл һайын федераль, төбәк һәм ҡала кимәлендәге төрлө сараларҙа бөтә Рәсәй буйынса һауаға миллионлаған һауа һәм гелий шарҙары осорола. Шарҙар составындағы материал (латекс), тәбиғәткә ҙур зыян һалып, бер нисә йыл буйына тарҡала. Бынан тыш, күп кенә хайуандар файҙаланылған шарҙарҙы ризыҡ менән бутап, уларҙы ашап зарарлана, ҡоштар шарҙарҙы бәйләгән бауҙарға буталып һәләк була.
Һауа фонариктары ла хәүефле. Уларҙың сыбыҡтан эшләнгән каркасына бәләкәй хайуандар ҡапҡанға эләккән кеүек эләгергә мөмкин. Һауа фонариктарын осороу арҡаһында йыш ҡына янғындар ҙа сыға.
#ЭкологияМиллиПроекты
#ҺауағаШарҙарОсормағыҙ
Яңылыҡ сығанағы: https://ecology.bashkortostan.ru/
Читайте нас: