-4 °С
Ачык
Барлык яңалыклар
Кеше һәм закон
19 октябрь 2018, 12:43

Авариялар кәмемәй

2018 йылдың 9 айы эсендә республикабыҙ юлдарында юл-транспорт ваҡиғаларында 395 кеше һәләк булған, 4000-дән ашыуы төрлө дәрәжә йәрәхәттәр алған.

Юлдағы аварияларҙың күпселектә сәбәбе булып ҡаршы юл һыҙатына сығыу, юлда транспорт сараларының урынлашыу ҡағиҙәләрен боҙоу, хәүефһеҙ дистанцияны һәм яҡ-яҡтағы интервалды һаҡламау, көйләнгән йәиһә көйләнмәгән юл киҫелештәрендә сиратлап үтеү, хәрәкәт тиҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу, һ.б. боҙоуҙар тора. Йәйәүлеләр юлынан барыусыларға юл аша сығыу мөмкинлеген бирмәү, тейешһеҙ урында юл аша сығыу, машина менән бер йүнәлештә оло юлдан барыу, ҡараңғыла кейемдә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтарҙың булмауы кеүек юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙар элеккесә үк йыш осрай.

Ошо осорҙа район территорияһында транспорт сараларының кешеләрҙе һәм велосипедсыларҙы тапауы һөҙөмтәһендә өс кеше һәләк булды. 70 юл-транспорт ваҡиғаһында транспорт сараларына матди зыян килтерелде. Юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һанынан 16-һы тик торған транспортҡа килеп бәрелеү, 20- бәрелешеү, ҡаршыға килгән машинаға бәрелеү- 8, мал тапау-6, 10 транспорт сараһының әйләнеү осраҡтары булды. Был юл-транспорт ваҡиғаларының сәбәбе водителдәрҙең иғтибарһыҙлығынан, водителдең һәм йәйәүлеләрҙең белә тороп юл ҡағиҙәләрен боҙоуынан ғибарәт.

Йыл башынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Федоровка районы бүлексәһе ЮХХДИ бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы 3200-ән ашыу кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. 70-ән ашыу водителгә ҡарата иҫерек көйөнсә транспорт сараһы менән идара иткән өсөн материалдар төҙөлдө.

7 йәшкә тиклемге пассажирҙарҙы йөрөтөү айырым иғтибарға лайыҡ. Ҡайһы бер водителдәр элеккесә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең балаларҙы йөрөткәндә махсус эләктереү ҡоролмаһы булырға тейешлеге талаптарын һанға һуҡмай, шуның менән бәләкәй пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы юлдарҙа иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ, йәйәүлеләргә тәүлектең ҡараңғы ваҡытында яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтары булған кейемдәр кейергә кәңәш итәбеҙ.

С. БАРСУКОВ,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районындағы ЮХХДИ бүлексәһе дәүләт

инспекторы.
Читайте нас: