+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Спорт
11 Май 2018, 13:01

Афарин, гамбиттар!

Күмертау ҡалаһында «Күмертау авиация производство предприятиеһы» йәмғиәте призына тиҙ шахматтар буйынса Асыҡ турнир уҙҙы. Унда Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Күмертау, Ырымбур ҡалаларынан өлкәндәр һәм балалар ҡатнашты, ауыл еренән районыбыҙҙан йәш шахматсылар ғына булды.

Турнир рейтингылы ине, туғыҙ турҙа швейцар системаһы буйынса уйнанылар. Һөҙөмтәләр йәш төркөмдәре буйынса айырым үткәрелде.

«Гамбит» (клуб етәксеһе Кәшәев Д.Ш.) клубында шөғөлләнеүсе балалар уңышлы сығыш яһаны. 10 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Хәйбуллина Айзилә (3 синыф, Фёдоровка 2-се мәктәбе) 3-сө урынға сыҡты. Ул грамота, миҙал һәм ҡиммәтле бүләк менән бүләкләнде.

10 йәшкә тиклемге малайҙар араһында Рәхмәтуллин Ислам (3 синыф, Фёдоровка 2-се мәктәбе) 4-се урын алды. Ул да ҡиммәтле бүләккә эйә булды. Турнир яҡшы ойошторолғайны. Дуҫтарса мөхиттә балалар аралашты, мауығыуҙары буйынса яңы дуҫтар тапты, яҡшы турнир практикаһы үтте һәм рейтингыларын күтәрҙе.


Д. КӘШӘЕВ,

«Гамбит» шахмат клубы етәксеһе.

С. СЕМЕНОВА фотоһы.
Читайте нас: