-5 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Спорт
1 июнь 2018, 11:31

Иң кескәйҙәр ярышты

Райондың мәктәпкәсә учреждениеларында тәрбиәләнеүсе балалар араһында Фёдоровка ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Спартакиада-2018” спорт ярыштары үтте. Унда райондың ун ике учреждениеһынан 56 тәрбиәләнеүсе ҡатнашты.

Олимпия уйындарын тантаналы асыу ваҡытында олимпия утын алып инделәр. Бөтә ерҙә байрам кәйефе ине. Балалар туп йөрөтөүҙә, оҙонлоҡҡа һикереүҙә, тоҡсай ырғытыуҙа, ырғымыс аша һикереүҙә, йүгереүҙә көс һынашты, үҙҙәренең етеҙлеген, тиҙлеген, иғтибарлылығын күрһәтте. Ә тамашасылар күпме уңай тәьҫораттар алды! Йәш спортсылар уйын менән ҡәнәғәтләнә алды.

Иң көслөләре түбәндәге командалар булды: Фёдоровка ауылы – 1-се урын, Бала Сытырман ауылы – 2-се, Кирюшкин ауылы – 3-сө урын. Бөтә төр ярыштар һөҙөмтәһе буйынса ҡыҙҙар араһында беренсе урынға Фролова Ульяна (Фёдоровка ауылының “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһы) сыҡты, икенсе урында – Атаманченко Алина (Үрге Яуыш ауылының “Чебурашка” балалар баҡсаһы), өсөнсөлә - Потехина Яна (“Ҡыңғырау” балалар баҡсаһы). Малайҙар араһында урындар түбәндәгесә бүленде: беренсе урында – Мусин Рәдиф (“Ҡыңғырау” балалар баҡсаһы), икенселә - Савельев Александр (Кирюшкин ауылының “Родничок” балалар баҡсаһы), өсөнсөлә - Кабыш Дмитрий (“Ҡыңғырау” балалар баҡсаһы).

“Спартакиада-2018” ярыштарын ябыу ҙа тантаналы үтте. Тағы ла бер тапҡыр ҡыҙыҡлы моменттарҙы иҫкә алдыҡ һәм, ниһайәт, көтөп алынған мәл – ярышта еңеүселәрҙе бүләкләү ваҡыты килеп етте. Һәр төрҙә иң көслө, етеҙ, тиҙ командалар билдәләнде. Еңеүселәр ғорурлыҡ менән пьедесталға күтәрелеп, Йәштәр эштәре һәм спорт комитетынан, райондың мәғариф бүлегенән Почёт грамоталары һәм миҙалдар алды. Балалар ҙа, педагогтар ҙа ыңғай энергия, уңай тәьҫораттар туплап ҡайтты.


Ф. ТӨХВӘТУЛЛИНА,

мәғариф бүлеге методисы.

Гәрәй ХӘЛИТОВ фотоһы.
Читайте нас: