+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар

Сәләмәт балалар – ата-әсә өсөн бәхет

Йәйен кемдер ата-әсәһе менән үҙенең тәүге сәйәхәтенә юлланасаҡ, кемдер тәүге тапҡыр балалар лагерына барасаҡ. Каникулды файҙалы һәм күңелле үткәрер өсөн ялды дөрөҫ ойошторорға: баланың йәшен, педагогтарҙың һәм табиптарҙың кәңәшен иҫәпкә алырға кәрәк.

Районыбыҙ балаларының сәләмәтлеге хаҡында Фёдоровка үҙәк район дауаханаһы табип-педиатрҙары хәстәрлек күрә. Районды педиатрия принцибы буйынса хеҙмәтләндерәләр. Йылмайыусан табип-педиатр Н.И. Квасова һәр пациентҡа ҡарата иғтибарлы. Ул үҙен бәхетле һанай – 40 йылдан ашыу яратҡан эше менән шөғөлләнә. Көн дауамында Наталия Ивановна 20-25 бала ҡабул итә. Ата-әсәләр менән балаларҙы планлы, профилактик ҡабул итә, көҙ-ҡыш осоронда уға тын алыу органдары ауырыуҙары, йәйен – балалар һауыҡтырыу лагерҙарына юлламалар рәсмиләштереү өсөн мөрәжәғәт итәләр.

Отпускылар һәм каникул осоро алдынан Наталия Квасова файҙалы кәңәштәр бирә: “Һис шикһеҙ, өлкәндәр контроле аҫтында травматизмды профилактикаларға, шул иҫәптән балалар майҙансыҡтарында ла, уларҙы йөҙөргә өйрәтергә кәрәк. Шәхси гигиенаны үтәргә, ҡулдарҙы йыуырға онотмаҫка, эҫе көндәрҙә - күберәк һыу эсергә, ҡояш һуғыуҙан һаҡланырға кәрәк. Ялдан, мәҫәлән, урмандан ҡайтҡандан һуң тәнде ҡарап сығырға, йыуынырға кәрәк. Мотлак йыл әйләнәһенә рационда еләк-емеш, йәшелсә, витаминдар булырға тейеш”.

Бер аҙ уңайһыҙланып, наҙ тулы күҙҙәре менән йылмайып, Наталия Ивановна: “Тешһеҙ ауыҙҙарын йырған бәләкәстәремде яратам! Бөтәһенә лә сәләмәтлек һәм яҡшы ял теләйем!” – тине.

Оксана БУРКИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: