-1 °С
Кар
Барлык яңалыклар
Янәшәдәгеләр турында
19 октябрь 2018, 12:45

“Янымда һин булғас, йәнкәйем, ҡанатлы мин...“

Оҙаҡ йылдар мөхәббәттә һәм татыулыҡта ғүмер кисергән ғаилә парҙары һоҡланыу хисе уята. Нина Никоновна менән Дмитрий Семенович Макаровтар ярты быуат бергә ғүмер кисергән. Ошо ваҡыт эсендә бер- береһенә булған йылы хистәрен юғалтмайынса һаҡлай алған.

Улар менән аралашыуҙан тормоштары тураһында күп ҡыҙыҡлы нимә белдем. Икеһе лә күп балалы ғаиләләрҙә тыуып-үҫкән. Ир- Веселовканан, ҡатын - Новоселканан. Йәш саҡта бергә клубҡа, уйындарға сыҡҡандар, дуҫлашып киткәндәр. Әммә ысын һөйөү ҡыҙ Аксен ауыл хужалығы техникумында өсөнсө курста уҡығанда “Родина” колхозына (Новоселка ауылы) практикаға ҡайтҡас яралған. Дмитрий Семенович ул саҡта хужалыҡта иҡтисадсы булып эшләгән. Йәштәр 1968 йылдың авгусында өйләнешкән. Йәш ҡатын ҡалаға уҡыуын тамамларға киткән, шул саҡта ирен Фёдоровка ауыл хужалығы идаралығына эшкә күсергәндәр.

Бер йылдан һуң улдары Владимир донъяға килгән. Ул саҡта ғаилә ваҡытлыса торлаҡта йәшәгән, ә Новоселкала колхоз йорттар төҙөгән була. Колхоз рәйесе йәштәрҙе ауылға йәшәргә саҡырған. Яңы йорттарында ҡыҙҙары Валентина тыуған. Тәжрибәле белгес Дмитрий Семеновичты йәнә Фёдоровкаға эшкә алғандар. Ғаилә ошонда төпләнеп ҡалған.

Федоровкаға күсенгәнсе Нина Никоновна ауыл мәктәбендә биология дәресен уҡытҡан. Яңы урында мәғариф бүлегенә урынлашҡан. Шунан ауыл хужалығы идаралығында- зоотехник, артабан тоҡомсолоҡ эше буйынса әйҙәүсе белгес булып киткән. Бурыстарын һәр саҡ намыҫлы, яуаплы башҡарған, үҙ белемен арттырыу өҫтөндә эшләгән, квалификацияһын күтәргән.

Дмитрий Семеновичтың ауыл хужалығында эш стажы ҙур. Ауылдағы колхозда ун йәшенән эшләй башлаған. Ул саҡтағы балалар һымаҡ, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ата-әсәһенә ярҙам иткән, аттар ҡараған, тракторсы ярҙамсыһы булған. Армияға саҡырылғансы “Сирәм ерҙәрен үҙләштереү өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Хеҙмәтен тултырып тыуған ауылына ҡайтҡан, бухгалтерҙар курсын тамамлаған һәм бер йыл Фрунзе ис. колхозда эшләгән. Йоматау ауыл хужалығы техникумында бухгалтер-иҡтисадсы белгеслеген үҙләштергән, “Родина” колхозына күскән.

Фёдоровкала Дмитрий Семенович 20 йыл дауамында Ауыл хужалығы идаралығында баш бухгалтер булып эшләгән. Хаҡлы ялға һалым инспекцияһынан “Икенсе рангтағы һалым хеҙмәте советнигы” званиеһында сыҡҡан, унда физик берәмектәргә һалым һалыу буйынса бүлек начальнигы булып эшләгән.

Нина Никоновна ире менән таш диуар артында йәшәгән һымаҡ йәшәнем, ти. Бер-береһен аңлап, ярҙам итеп, татыу йәшәй улар. Йәш саҡтарында бөтә хужалыҡ мәшәҡәттәре күпселектә ҡатын иңендә булған. Компьютер юҡ, бөтә отчеттарҙы ла ҡулдан эшләргә кәрәк. Өйгә һуң ҡайтыла, йыллыҡ отчеттар өҫтөндә төндә эшләгәндәр. Әммә ҡатын бер ҡасан да зарланмаған, түҙемле итеп ирен көткән. Дмитрий Семенович хәстәрлекле ҡатынына һәр саҡ рәхмәтле.

Ауыл хужалығы министрлығының план бүлегендә баш бухгалтерҙы һөнәрмәнлеге өсөн ихтирам иткәндәр, йыш ҡына вакантлы вазифа тәҡдим иткәндәр. Башҡа райондарҙа ла эш тәҡдим иткәндәр. Әммә улар тыуған яҡтарын ташлап китеү тураһында уйлап та ҡарамаған. Районда ихтирамлы кешеләр булғандар. Етәкселек тә уларҙың тырышлығын билдәләмәй ҡалмаған. Һөнәри бурыстарына етди булғандары, тырышлыҡтары, райондың үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн БР Ауыл хужалығы министрлығының һәм район хакимиәтенең грамоталарына лайыҡ булғандар. Икеһе лә “Хеҙмәт ветераны”.

Үҙ өлгөләрендә ирле-ҡатынлы намыҫлы быуын тәрбиәләгәндәр. Балалары ла яҡшы уҡыған, маҡсатсан һәм тырыштар, күңелдәренә хуш килгән белгеслектәрҙе һайлағандар, ғаилә ҡорғандар.

Владимир Свердлов хәрби училищеһына уҡырға ингән. Шунан Калининград өлкәһенә йүнәлтелгән. Ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң, 28 йәшендә майор званиеһы алған. Булғанына ғына риза булмайынса, РФ Оборона министрлығының хәрби университетына уҡырға ингән. Шунан Бүрәтияға РФ хәрби прокуратураһына хеҙмәткә йүнәлтелгән. Әле Үҙәк хәрби округта Екатеринбург ҡалаһынының юстиция подполковнигы.

Ҡыҙҙары Валентина атаһының эҙенән киткән, Свердлов ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамлаған. 14 йыл юл-төҙөлөш ойошмаһында- бухгалтер, милек менән идара итеү комитетында әйҙәүсе белгес, әле ауыл биләмәләренең үҙәкләштерелгән бухгалтерияһында эшләй.

Имен тормоштары, яҡшы тәрбиәләре өсөн балалары ата-әсәһенә сикһеҙ рәхмәтле. Төп йортҡа ҡайтып, ярҙамлашып торалар.

50 йыл ғүмер һиҙҙермәйенсә, хәтирәләр генә ҡалдырып үтеп киткән. Тормоштары гел шатлыҡтан ғына тормаған. Бергәләшеп барыһын да еңеп сыҡҡандар. Кесе улдары Ивандың баҡыйлыҡҡа күсеүен әрнеп иҫкә алалар. Малайға ни бары 8 йәш булған. Ваҡыт дауалай тиһәләр ҙә, бындайҙы онотоу мөмкин түгел. Бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәттәре, өлкән балаларының хәстәрлеге ҡайғыны еңергә ярҙам иткән...

Ҡул ҡаушырып ултырырға күнекмәгән Макаровтар, хаҡлы ялда ла күңелдәренә оҡшаған эш менән мәшғүлдәр. Бергәләшеп хужалыҡты алып баралар. Иртәһен Дмитрий Семенович зарядканан башлай, гәзит уҡый, район гәзите - иң яратҡаны. Нина Никоновна- ҡунаҡсыл, бөхтә хужабикә, хәстәрлекле ҡатын, әсәй, өләсәй ҙә, бәйләү бәйләй, тәмле итеп ашарға бешерә, шиғырҙар яҙа. Ғүмер байрамдарына арнап, барыһының да күңелен иретерлек йыр ижад иткән...

Макаровтар бер-береһенә булған йылы хистәрҙе йылдар аша һаҡлап килгәндәр. Йөрәктәрендә бәхетле миҙгелдәрҙе һаҡлап, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә тырышып йәшәгәндәр. Улар һоҡланырлыҡ, йәштәргә өлгө булырҙай тормош юлы үтәкн.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: