+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Общие статьи
11 Май 2018, 12:59

Һәр минут ҡәҙерле

Район хужалыҡтарында яуаплы осор башланды- сәсеү агрегаттары баҫыуҙарға сыҡты. Һауа торошо яҡшы булғанда механизаторҙар ял һәм байрам көндәрһеҙ, иртәнән кискәсә эшләй. “Нива” йәмғиәтендә сәсеү тулы көскә бара.

Ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Барый Дәүләтбаев киләсәк уңыш өсөн борсола, шуға ла сәсеү барышын контролләй. Уның менән арпа сәселгән баҫыу ситендә осраштыҡ. “Омичка” сәскесле ҡеүәтле К-744Р3 тракторы менән Сергей Трубицын идара итә, икенсе агрегатта Валерий Семендяев сәсә.

Барый Зәки улы иң тәүҙә артыҡ дымлылыҡ арҡаһында эшләүе ауыр булыуы, хәҙер инде ерҙең әкренләп кибеүе һәм сәсеүҙең тиҙләүен әйтте. Хужалыҡта барыһы ла уңышлы эшкә көйләнгән. 100 гектар майҙанда дым ҡаплатылған, 700 гектарҙа ужым бойҙайына ашлама индерелгән, 120 гектар майҙанда күп йыллыҡ үләндәр тырматылған. Сәсеү эштәре көндөҙ бара. Орлоҡ һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән тулыһынса тәьмин ителгәндәр. Тәжрибәле механизаторҙар ҡыҫҡа арала 103 гектарҙа һоло сәскән. Тиҙҙән бойҙай сәсеүгә төшәсәктәр.

-Әле иң мөһиме- ваҡытында сәсеп бөтөү. Көндәр аяҙ, шуға ла һәр минут иҫәптә. Көнөнә 90-100 гектарға сәсәбеҙ, шулай булғас, ваҡытында тамамларбыҙ, тип уйлайым. Шунан инде ямғыр яуһа ла була,-тине ышаныс менән хужалыҡ етәксеһе.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.


Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: