-11 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Общие статьи
15 Май 2018, 11:42

Күберәк хеҙмәттәшлек итергә кәрәк

Үҙәк китапханаһында район хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт Советы ағзаларының киңәйтелгән ултырышы булды. Унда Фёдоровка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Е.В. Тыров, район Советы секретары В.М. Хәлитов, ауыл советы депутаттары, «БР буйынса Федераль янғын хеҙмәтенең 11-се отряды» 92-се янғын часы начальнигы С.С. Насиров, үҙәк район дауаханаһы табиптары М.Н. Асабина һәм Р.М. Шакаров ҡатнашты.

Осрашыуҙы Совет рәйесе А.Т. Сәйфетдинова асты. Ул Йәмәғәт Советы эш төркөмөнөң район үҙәге буйынса рейд ойоштороуын, ауыл халҡы хәл ителеүен теләгән мәсьәләләрҙе асыҡлауын билдәләне. Йәмәғәт Советы ағзаһы В.А. Ҡадирова билдәләүенсә, уларға юлға ваҡ таш түшәү, грейдерлау, асфальт түшәү; балалар майҙансыҡтарының әҙ булыуы; урамдарҙы яҡтыртыу; зыярат ҡоймаһын ремонтлау; һалым йыйыу мәсьәләһе; эскеселек проблемаһы; һыу менән тәьмин итеү дефициты; берәҙәк эттәр мәсьәләһен хәл итеү; ҡалдыҡтарҙы сығарыу мәсьәләләре инә.

Участкалар территорияларын төҙөкләндереү, санкцияланмаған сүплектәрҙе юҡ итеү мәсьәләһендә дә туҡталып киттеләр. Ҡайһы бер кешеләр йыйылған сүптәрен сүплеккә үҙ аллы сығара, кемдер йылғаға бушата, ҡайһы берҙәре урамда уҡ ташлап китә. Был проблеманы хәл итеү өсөн сүп түгеү көнөн билдәләп, техникаһы булмағандар өсөн был хеҙмәтте түләүе итергә тәҡдим ителде.

Ел булыуға ҡарамаҫтан, сүп яндырыусылар табылып тора. Шул сәбәпле күп кенә ауылдарҙа янғын сыға. Был хаҡта 92-се янғын часы начальнигы С.С. Насиров сығыш яһаны. Янғын сығыу сәбәптәренең береһе- ут менән хәүефһеҙ файҙаланыу. Самат Сәләхетдин улы депутаттарҙы халыҡ менән күберәк хеҙмәттәшлек итергә, балалар рәсем конкурстары үткәрергә саҡырҙы. Шулай иткәндә районда янғындар һанын кәметергә мөмкин буласаҡ.

Шулай уҡ йәштәрҙе сүп йыйыуға йәлеп итергә мөмкин. Был үҫеп килгән быуынды эшкә йәлеп итеүҙең бер пункты буласаҡ. Бала Сытырман ауылы миҫалға килтерелде, унда өлкәндәр ҙә бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә, өмәләргә сыға, мауығыуҙары буйынса түңәрәктәргә йөрөй. Мастер-кластар үткәреү, спорт үҫешен ойоштороу- сәләмәт йәштәрҙе тәрбиәләү эшенең бер өлөшө генә.

Сәләмәтлекте һаҡлау вәкилдәре- үҙәк район дауаханаһы табиптары М.Н. Асабина менән Р.М. Шакаров көнүҙәк һорауға яуап бирҙе: “Ни өсөн бөтә типтағы көндөҙгө стационарҙа стационар медицина ярҙамы күрһәткәндә, шулай уҡ тиҙ һәм ашығыс ярҙам күрһәткәндә файҙаланылған мөһим дарыуҙарҙың күпселеге дәүләт программаһы сиктәрендә пациенттар өсөн түләүле, ә БР Премьер-министрының 2017 йылдың 20 декабрендәге ҡарарына ярашлы, түләүһеҙ бирелергә тейеш бит?” Медицина хеҙмәткәрҙәренең яуабын түбәндә килтерәбеҙ: исемлектә тик халыҡ-ара атама буйынса ғына препараттар күрһәтелгән, пациенттар иһә дауалаусы табиптары яҙған түләүле дарыуҙарға өҫтөнлөк бирә. Был хаҡта, шулай уҡ яңылыҡтар тураһында Йәмәғәт Советы ағзалары «Ашҡаҙар таңдары» гәзитендә аңлатма биреүҙәрен тәҡдим итте.

Был көндә бихисап мөһим мәсьәлә ҡаралды. Винир Мөнир улы ултырышҡа йомғаҡ яһаны. Ул бөтә атап үтелгән проблемаларҙы ла көнүҙәк тип атаны. Депутаттарҙың әүҙемерәк булыуҙарын теләне, һәр ауылда урындарҙа һөҙөмтәле эш башҡарыу өсөн урам старосталарын һайлау кәрәклеген белдерҙе.

Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: